Өфөнөң иҫтәлекле урындарын яңы лото- уйын аша өйрәнәбеҙ

О достопримечательностях Уфы поможет узнать новое издание игры-лото
Өфөлә “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-баҫма комплексында яңы йүнәлеш асылды. Ул – “Өфөнөң иҫтәлекле урындары” тип аталған лото-уйын. Проекттың авторы һәм төҙөүсеһе - М. Аҡмулла ис. БДПУ- ның педагогия фәндәре кандидаты, кафедра доценты Екатерина Савельева.
Лото әҙерләүҙә Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ҡатнашты. Баҫманы сығарыуҙың баш кураторы “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-баҫма комплексының генераль директор урынбаҫары Клара Әғлиуллина булды. Был уйын хәтерҙе, иғтибарҙы, һиҙгерлекте нығытыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ, ижади әүҙемлекте үҫтерә, Өфө тураһында үҙ аллы мәғлүмәт йыйыуға ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уята, эрудицияны киңәйтә, тыуған яҡтың тарихын төплө белеүгә килтерә.
Екатерина Савельева әйтеүенсә, уйынға Өфөнөң иҫтәлекле урындары төшөрөлгән 24 парлы карточкалар, шул объекттар тураһында мәғлүмәт йөрөткән брошюралар һәм дисктар ингән. Былар барыһы ла һуҡыр һәм насар күреүсе балалар өсөн эшләнгән. Айырыуса иғтибар архитектураға биерлгән, сөнки быны Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талап итә. Башҡортостан күп милләтле республика, шуға күрә лә, һүрәттәргә сиркәүҙәр, мәсеттәр, йәһүд халҡының ғибәҙәтханалары, лютеран сиркәүҙәре төшөрөлгән. Бындай мәғлүмәт дин дәрестәрен алып барған уҡытыусылар өсөн бик тә файҙалы. Дисктар, иһә, махсус китапханала яҙҙырылған. Лото Башҡортостан мәҙәниәте, рәсем дәрестәрендә, дәрестән тыш сараларҙа, ғөмүмән ғаилә эсендә лә бик ҡыҙыҡлы уйын булып тора ала.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.