Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатында һайлау хоҡуғы мәсьәләләре буйынса конкурс үтте
11 ноябрь Өфөнөң һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернатында 18 йәштән кесерәк һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса конкурс уҙҙы.
Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, Өфө ҡала округының совет районы территориаль һайлау комиссияһы һәм Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы.
Һынауҙар тамамланғас конкурс йомғаҡтары иғлан ителде:
Беренсе урын - Данил Хәмәтнуров;
Икенсе урын – Алдаҡаев Рөстәм;
Өсөнсө урын - Карлова Надежда.
Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Конкурс һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы һайлауға иғтибарҙы йәлеп итергә, уларға уңайлы мөхит шарттарында тауыш биреү мөмкинлектәре тураһында һөйләргә, һайлаусыларҙың конституцион хоҡуҡтарын аңлатырға һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырырға тейеш.

Макарим Хусаинович Тухватшин











