Өфө медицина колледжында һайлау хоҡуғы мәсьәләләре буйынса конкурс үтте
6 ноябрь Өфө медицина колледжында 18 йәштән кесерәк сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса республика конкурсының район этабы үтте. Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, Өфө ҡала округының Октябрь районы территориаль һайлау комиссияһы һәм Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы сығыш яһаны. Конкурс өс этаптан тора, уларҙың һәр береһендә ҡатнашыусылар һорауҙарға яуап бирә һәм ситуацион мәсьәләләрҙе хәл итә. Ҡатнашыусылар бик яҡшы белемдәрен күрһәтте һәм бирелгән һорауҙарға тиҙ яуап бирҙе. Беренсе урынды студент Ҡотлоәхмәтова Зарина, икенсе урынды — Әхмәтов Денис, өсөнсө урынды — Шкурацкий Всеволод яуланы. Октябрь районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Таһир Закиров еңеүселәргә дипломдар һәм приздар тапшырҙы. Әүҙем ҡатнашыусылар дипломдар алды, бөтә ҡатнашыусыларға ла — бәләкәй бүләктәр бирелде. Конкурс хоҡуҡи мәҙәниәтте күтәреү, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу һәм һайлау хоҡуғына һәм тауыш биреү процесына иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.

Макарим Хусаинович Тухватшин











