“Өфө библиоэңерҙәре”

"Уфимские библиосумерки 2016" завершились

“Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында уҙғарылған “Өфө библиоэңерҙәре”, ниһайәт, тамамланды. Быйылғы акцияның темаһы “Кино уҡыйбыҙ”, төрлө йәш категориялары өсөн павильондар менән тулыландырылған, 7 майҙанда яҡтыртылды.
Кинохроника кадрҙары ҡунаҡтарға Рәсәй һәм башҡорт киноһының инеш юлы тураһында һөйләне. Бөтә Рәсәй акцияһын махсус китапханала директор Айгөл Әминева башлап ебәрҙе. Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы урынбаҫары Рәнис Алтынбаев әҙәбиәттең әһәмиәтлелеге һәм халыҡҡа ни тиклем кәрәклеге тураһында һөйләп үтте.
Майҙандарҙың береһендә һәүәҫкәр артистар Леонид Филатовтың “Про Федота-стрельца, удалого молодца” әҫәренән өҙөк уйнаны.
Акция барышында ҡунаҡтар Башҡортостан киностудияһы тураһында рельеф-график пособие булдырыуҙа ҡатнаштылар, кинофильмдар көйҙәрен танып ҡаранылар, фоторәссам Николай Посниковтың фотоэштәренә сәйәхәт гиҙҙеләр.
Шулай уҡ ҡунаҡтарға махсус китапхананың эше, Брайль шрифты буйынса рельефлы-нөктәле китаптарҙы әҙерләү процессы менән танышыу форсаты ла тейҙе.
Павильондарҙа акцияның даими партнерҙары – Башҡортостан республикаһының милли һәм Хәрби дан музейҙары – айырым экспозицияларын күрһәтте.
Кескәй уҡыусылар өсөн дә конкурс-уйындар уҙғарылды. Акция буйына Нефтекамск, Октябрьск, Салауат тифлоүҙәктәре, махсус китапхана филиалдары менән Скайп программаһы аша “Өйҙән сыҡмайынса уҡыйбыҙ” он-лайн кәңәшмә алып барылды.
Павильондарҙың береһендә “Визит” фильмының режиссеры Булат Йосопов менән осрашыу булды.
Кисен конкурстарға йомғаҡ яһалды, еңеүселәргә бүләктәр таратылды.
Йәмғеһе акцияла 200-гә яҡын кеше ҡатнашты.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.