Өфө Библиоэңере 2016

Уфимские библиосумерки 2016
Йыл һайын уҙғарылған Бөтә Рәсәй “Библиотөн” акцияһы рамкаһында, “Өфө  Библиоэңере” 22 апрель һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһында үтә.
Акцияның быйылғы темаһы – “Кино уҡыйбыҙ.” Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала, төрлө йүнәлештәр буйынса һәм төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн павильондар менән тулыландырылға.
Кинохроника кадрҙары Рәсәй һәм башҡорт киноһының аяҡҡа баҫыу тарихын һөйләйәсәк, ҡунаҡтарҙы кинематография ваҡиғалары һәм актерҙары менән таныштырасаҡ. Фоторәссам Николай Посниковтың күргәҙмәһе киң танылған актерҙарҙы репетициялары барышында, яҡын дуҫтары араһында күрергә булышлыҡ итә.
Павильондарҙа үтәсәк конкурстар беҙҙең ҡунаҡтарға үҙ фильмыңды булдырыу кастингыһында ҡатнашыу, кинофильмдар көйҙәрен таныу, йәнһүрәттәргә тифлокомментарийҙар эшләүҙә ҡатнашыу, яңы һәм элек танылыу алмған театр һәм кино актерҙары менән танышыу мөмкинселеген бирәсәк.
Ижади атмосфераны булдырырға беҙгә дуҫтарыбыҙ һәм акцияның партнерҙары – Башҡортостан республикаһы милли музейы, М.В. Нестеров ис. Башҡорт дәүләт художество музейы, республика Хәрби дан музейы – ярҙам итәсәк.
Улар күсенеүле экспозицияларын “Библиоэңергә” килеүселәргә күрһәтәсәк.
Кескәй уҡыусыларыбыҙға фойела ҡулдан эшләнгән тактиль китаптар күргәҙмәһе, ҡом анимацияһы өҫтәле эшләйәсәк. Балалар өсөн артабанғы программала Кино йылына арналған конкурстар, уйындар бул.
Шул уҡ ваҡытта, акция буйына, махсус китапхана филиалдарының уҡыусыларына, Октябрьск, Нефтекамск, Салауат ҡалалары тифлоүҙәктәренә, һуҡырҙар өсөн компьютер грамотаһы буйынса, скайп аша он-лайн кәңәшмә алып барыласаҡ.
Павильондарҙың береһендә, ҡунаҡтар “Визит” фильмын булдырыусылар менән осрашасаҡ. Улар үҙҙәренең ижади эҙләнеүҙәре тураһында бәйән итеп, уҡыусылар менән кино сәнғәте хаҡында әңгәмәләшеп, тифлокомментарийлы фильмдар ҡараясаҡтар. Бынан тыш, тағы ла “Башҡортостан бармаҡ остарында” серияһынан “Башҡорт киностудияһы тарихы” атамалы рельеф-график пособиеның презентацияһы була.
“Библиоэңер” 17.00 сәғәттә башлана, 21.00 сәғәттә тамамлана.
“Витамин заводы” туҡталышына тиклем төрлө транспорт төрҙәре бара.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.