Нефтекамала тифлосессия үтте.

2014 йылдың 20 февралендә Нефтекама ҡалаһында республика “Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре” муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Тормошта мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн китапханаларҙы яҡынайтыу” тип аталған тифлосессия үткәрелде. Тифлосессия эшендә Нефтекама ҡалаһынан, Дүртөйлө, Борай райондарынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ижтимағи-мәҙәни мөхиткә ылыҡтырыу, яраҡлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнеүсе белгестәр ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар алдында иннавацион-методик бүлек мөдире Альбина Бобенко сығыш яһаны. Шулай уҡ, Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханыһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса директор урынбаҫары Oлeг Кyшнeрyк менән мәғлүмәт технологиялары бүлеге мөдире Фәнүр Бәҙретдинов күреү мөмкинлектәре сикләнгән компьютер ҡулланыусыларға сайт аша мәғлүмәт алыу тураһында мәғлүмәт еткерҙеләр. Артабан тифлосессияла ҡатнашыусылар тифло комментарийҙар менән байытылған “Иртә яҙ” фильмы миҫалында күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе мәҙәниәт, сәнғәт өлгөләре менән яҡындан таныштырыу мөмкинлеге менән танышты. Йомғаҡлап, телмәр тотоусылар тифлосессияла ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.