Муса Сиражиҙың күп яҡлы таланты 

Многогранный талант Мусы Сиражи
1 февралдә билдәле башҡорт шағиры Муса Сиражиҙың тыуыуына 85 йыл тула. Ул талантлы шағир-лирик һәм йырсы, дәртле публицист һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ билдәле.
Яҙыусының юбилейына һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тауыш яҙҙырыу студияһында диктор Айзилә Вәлиева Муса Сиражиҙың башҡорт телендә «Ер һәм йыр» китабын уҡып ишеттерҙе. "Һөйләүсе" китап китапхананың электрон китап базаһына беҙҙең ҡулланыусылар өсөн флешкартаға яҙыу өсөн йөкмәтелгән. 

Муса Сиражи (Муса Шәрәфетдин улы Сиражетдинов) 1939 йылдың 1 февралендә Башҡортостандың Туймазы районы Түпкилде ауылында тыуған.
Ҡандра 2-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң ике йыл дауамында уҡытыусы булып эшләй. БДУ-ны тамамлағандан һуң «Ҡыҙыл таң» гәзите редакцияһында, Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире, Башҡортостан республикаһы яҙыусылар Союзының әҙәби консультанты булып эшләй. Студент йылдарында, Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда, яҙыша башлай. Уның шиғырҙары, мәҡәләләре, очерктары һәм һүрәттәре республика гәзиттәрендә баҫыла. Беренсе шиғырҙар йыйынтығы "Осрашыу" 1966 йылда сыға.
М. Сиражи 20-гә яҡын шиғырҙар йыйынтығы, поэмалар, йырҙар, публицистик әҫәрҙәр, бер-нисә телевизион фильм сценарийҙары авторы. «Осрашыу», «Һинең хаҡта йыр» (1970), «Эхо» (1973), «Ер яҙмышы» (1984), «Ағиҙел - минең яҙмышым» (1989) һәм башҡа китаптар уҡыусыларҙа танылыу таба. 
"Кем көслөрәк?" (1977), "Мин инде ҙур!" (1986), "Ни өсөн Аҡбай өндәшмәй?" (1993), "Йәй олатай" (2018) китаптарында шағир үҙен балалар психологияһын яҡшы белгән, уларҙың тормошо тураһында ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләгән кеше итеп күрһәтә.
М. Сиражиҙың шиғриәте заман рухы менән һуғарылған, лирик, уға фәлсәфәүи уйланыуҙар һәм йылы юмор хас.
Шағирҙың бер-нисә әҫәре рус, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, латыш, немец һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. Ғабдулла Туҡай, Муса Йәлил, Фәтих Кәрим һәм башҡалар тураһында мәҡәләләре киң танылыу ала. Муса Сиражи шағир-йырсы булараҡ та билдәле. "Ая моңо", "Билдәһеҙ һалдатҡа", "Өфө минең йырым", "Аҡҡоштар" һ. б. йырҙары халыҡ араһында популяр була.
Ф.Кәрим ис. премия лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.