Мостай Кәрим иҫтәлегенә.

Памяти Мустая Карима
18 октябрь Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте ойошмаһы музейында Мостай Кәрим иҫтәлегенә сара уҙғарылды.
Осрашыу ҡунаҡтарына әҙип тураһында биографик факттар мәғлүм ҡылынды, шиғырҙары, әҫәрҙәре яңғыраны. Башҡортостандың Милли әҙәби музейы Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлын тасуирлаған күсермәле экспозицияһын тәҡдим итте. Унда яҙыусының фотолары, архив документтары, хаттары, ҡулдан яҙылған әҫәрҙәре бар ине.
Шулай уҡ, махсус китапхана фондында булған “һөйләй торған” һәм Брайль шрифты менән баҫтырылған китаптар тәҡдим ителде.

 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.