Миңлегөл Хисамованың ижад кисәһе

Творческая встреча с Минигуль Хисамовой
31 октябрь махсус китапханала шағирә Миңлегөл Хисамованың ижад кисәһе үтте. Шағирә 1948 йылда Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында донъяға килгән. БДУ-ла белем ала. Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион мәктәп-интернатында эшләй. 8 шиғри йыйынтыҡтар авторы.
Ижадының төп темаһы: тыуған ергә, атаға, әсәгә һөйөү, балаларына ҡарата әсә мөхәббәте. Сара барышында китап уҡыусыларыбыҙ шағирәнең тормош һәм ижад юлы менән танышты. Автор һәм килгән ҡунаҡтар тарафынан уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны. “Юҡһыныу” китабының презентацияһы булдырылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.