Милли бейеү көнө

Милли бейеү көнө
Башҡортостанда 21 октябрҙә тәүге тапҡыр Милли бейеү көнө — Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған байрам билдәләнә. Был көн төбәк халыҡтарының мәҙәни мираҫын үҫтереүгә һәм яҡлауға йүнәлтелгән. Датаны һайлау бөйөк хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө менән бәйле. Уның өлөшө Башҡортостандың бейеү сәнғәтен һаҡлау символына әүерелде.
М. Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус китапханаһында милли бейеү көнөнә арналған сара үтте.
Сараға ҡунаҡҡа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны Урал Мортазин килде.
Урал Хәйрулла улы 40 йылдан ашыу ғүмерен халыҡ бейеүенә бағышлай. Шуларҙың
25 йылы ул профессиональ сәхнәлә. Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетында уҡыған саҡта ул «Ирәндек»ансамблендә бейей. Һәм шул тиклем мауыға, хатта теүәл фәндәр батшалығынан бейеү донъяһына күсә. Урал Хәйрулла улы Мәскәүҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының хореография факультетын тамамлай, 2001 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль солисы була. 2004 йылда беренсе «Салауат йыйыны»нда Салауат Юлаев ролен башҡара. Һуңыраҡ Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы була. «Йәдкәр»фольклор төркөмө менән етәкселек итә. Пенсияға сыҡҡас, 20-се башҡорт гимназияһында балалар ансамблен ойоштора.
Урал Хәйрулла улы сарала ҡатнашыусыларҙы башҡарыу манераһы һәм башҡорт мәҙәниәтенең милли колориты менән таныштырҙы.
Байрам аҙағында «Бөрйән Ҡыҙы» бейеүен башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.