Махсус китапхананың брайль китаптары "Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауарҙары" конкурсында еңеү яуланы. 

Брайлевские книги библиотеки для слепых одержали победу в конкурсе «100 лучших товаров Башкортостана»
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауарҙары" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы. 
Китапхана конкурсҡа "Башҡорттарҙың халыҡ сәнғәте" ҡабарынҡы график әсбабын тәҡдим итте. 
Китапхана даими рәүештә конкурста ҡатнашып тора. Беренсе тапҡыр еңеүҙе 2014 йылда яулағайны. Ә быйыл еңеү "Башҡорттарҙың халыҡ сәнғәте" ҡабарынҡы график әсбабы алды. 
Махсус китапхана директоры Айгөл Әминева:  "Беҙ, инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү буйынса махсус мәҙәниәт учреждениеһы булараҡ, даими рәүештә бындай китаптар баҫтырабыҙ. Бының өсөн беҙҙә Брайль принтеры бар. Беҙҙең китапхана рус телендә генә түгел, башҡорт телендә лә брайль шрифлы китаптар баҫтыра. "Ағиҙел" журналы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Уларҙың публикацияларын Брайль буйынса редакторлайбыҙ һәм баҫтырабыҙ".
Китапхана артабан да конкурстарҙа ҡатнашырға планлаштыра. Әлеге мәлдә һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы йыл һайын конкурс үткәрә, ә башҡорт китапханаһы был конкурста бер-нисә тапҡыр дипломант булды. 
Сығанаҡ: Башҡортостандың мәҙәни донъяһы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.