Махсус китапханала М. В. Нестеров ис. музей

Музей им. М.В. Нестерова в специальной библиотеке
Йыл һайын үткәрелгән милли кейем көнөн билдәләү сиктәрендә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "М. В. Нестеров ис. музей йыйылмаларында башҡорт ҡатын-ҡыҙ милли кейеме" сәнғәт сәғәте үтте. Китапхана уҡыусылары алдында музейҙың ғилми хеҙмәткәре Эльвира Рафаэль ҡыҙы Мамлеева сығыш яһаны. 
Үҙенең экскурсияһында ул тыңлаусыларҙы музейҙың этнографик һәм сәнғәт эштәре нисек үҫеүе менән таныштырҙы. 
Этнографик коллекцияларҙың ҙур өлөшөн башҡорт ҡатын-ҡыҙ милли кейеме тәшкил итә. Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк, ыштан, ҡыҫҡа еңһеҙ камзол йәки кәзәкей кейгәндәр. Ә байрамдарҙа ебәк йәки бәрхәт еләндәр, бишмәт кейер булғандар. Ҡышын сәкмән, тун һәм толоп йөрөткәндәр. 
Елән һәм тундар байрам комплектына ингән. Еләндәр төҫлө биҙәктәр менән тегелгән, мәрйен, аҡыҡ, перламутр, тәңкәләр менән биҙәлгән. 
Аяҡ кейемдәрен күндән яһағандар. 
Ҡатын-ҡыҙ кейеменең ҡайһы бер элементтары менән ҡунаҡтар тактиль рәүештә лә таныштылар. 
Ҡатнашыусыларға түшелдерек, билдек, яулыҡ, кисет тәҡдим ителде.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.