Девяностолетие библиотеки

Махсус китапханала "Көс урыны" фильмы ҡаралды 

В библиотеке для слепых прошел просмотр фильма "Место силы"
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында «Көс урыны» фәнни-популяр документаль фильмы ҡаралды.
Фильмды Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат хеҙмәткәре, Башҡортостан республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы төшөрҙө.
Фильмды Башҡортостан Юлдаш телеканалы менән берлектә «Самрау» фонды төшөргән.

Фильмда Евразия күсмә цивилизациялар музейы составында беренсе объекттың – Тура-хан визит-үҙәгенең төҙөлөүе тураһында ентекле һөйләнелә. Республика башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса үҙәкте ойоштороу хроникаһы кадрҙары менән бер рәттән, Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең ғилми тарихи берләшмәһенең тарихи факттары һәм фекерҙәре киң файҙаланыла. 
Фильм өҫтөндә башҡорт халҡының үҫеш факттарын тарихи кәүҙәләндереү идеяһы менән берләшкән кешеләр командаһы эшләй. Фильмдың режиссерҙары: Әлфиә Арыҫланова, Ләйсән Рамазанова. Операторҙар командаһы: Азамат Даянов, Ринат Кашапов, Илшат Даблетбирҙин, Урал Ғатауллин.
Фильмда тарихи күренештәрҙә Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсүл Ҡарабулатов, Азамат Ғафаров һәм башҡалар ҡатнаша.
Фильмдың рәссамы Даян Вәлиуллин.
Костюмдар буйынса консультант: Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге археологы Дим Ғиззәтов.
Фильмға музыканы композитор Айҙар Хәмзин яҙа.
Тексты кадр артында Илшат Ғәббәсов, Галина Морозова, Миләүшә Ярышева уҡый.
Фильмға һуҡырҙар өсөн тифлокомментарийҙарҙы Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы белгесе, тифлокомментатор Гөлнара Йосопова әҙерләне.
Фильмды ҡарағандан һуң фильмдың режиссеры Әлфиә Арыҫланова һәм рәссам Даян Вәлиуллин уҡыусыларҙың фильм төшөрөү тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.