Махсус китапханала Айгиз Баймөхәмәтов ҡунаҡта.

Айгиз Баймухаметов  в гостях у специальной библиотеки
24 август Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында йәш яҙыусы, журналист, Ш. Бабич ис. премия лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу үтте.
Айгиз бик иртә ата-әсәһеҙ ҡала һәм Белорет районындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. 2011 йылдан алып “Башҡортостан” гәзитенең корреспонденты. Уның әҫәрҙәре республика баҫмаларында йыш күренә. 2013 йылда хикәйәләре өсөн “Аманат” журналы М. Аҡмулла ис. премия бирә. Йәш яҙыусы Яҙыусылар союзының, БР һәм РФ журналистар союзының ағзаһы булып тора.
2015 йылда “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәре өсөн Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы менән бүләкләнә.
Автобиографик повестың төп геройы – Ильяс. Ул – етем. Ата-әсәһен юғалтыу уға, кеше күтәрә алмаҫтай, һынауҙар килтерә. Иркәләнеп кенә үҫер урынға, ул бәғерһеҙлек менән күҙгә-күҙ осраша. Әммә шуға ҡарамаҫтан, Ильяс оло маҡсаттарына тырышып-тырмашып юл яра һәм хыялдарын тормошҡа ашыра.
Быйылғы йылда махсус китапхана был повестың аудіо вариантын сығарҙы.
Сара барышында автор уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Ҡурайсы Руслан Мөлөков башҡарыуында ҡурай моңдары яңғыраны.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.