Махсус китапханаға бүләк

Подарок пользователям специальной библиотеки
Тиҙҙән Яңы йыл. Был инде тылсым, бүләктәр ваҡыты...
Яңы проектын тамамлаған “Тамыр” телеканалы махсус китапхананың иң кескәй китап уҡыусылары өсөн бүләк эшләне.
“Тамыр” кескәйҙәр Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әҫәрҙәр, балалар өсөн йырҙар әҙерләне. Уларҙы танылған әртистәр башҡара. Был аудиояҙмаларҙы сайтыбыҙҙың “Һуҡырҙар өсөн интернет-уҡыу бүлмәһе”нә индерәсәкбеҙ”, - тине китапхана директоры Айгөл Әминева һәм йөрәктән сыҡҡан рәхмәттәрен белдерҙе.
Проектта заманыбыҙҙың танылған йәштәре – РНТ, Сабина Кучаева, Илшат Абдуллин,Ғайсар Миңлеғолов, Артур Кәбиров һ.б. ҡатнашты.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы “Тамыр” телеканалына, Гөлназ Ҡолһаринаға, Резеда Миндияроваға, Зөлфиә Даяноваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.