Девяностолетие библиотеки

Махсус китапхана РФ президенты грантын алды

Башкирская библиотека для слепых получила грант президента РФ

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәттәге ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын алды.
«Уңайлы мәҙәниәт» тип аталған проект мәҙәниәт учреждениеларында уңайлы мөхит һәм инклюзив алымдар булдырыу өлкәһендәге иң яҡшы практикалар һәм тәжрибәләр тураһында мәғлүмәтте туплаусы онлайн-платформа булдырыуға йүнәлтелгән.
Проект авторы, китапхана директоры вазифаһын башҡарыусы Күсәрбаева Ирина Николай ҡыҙы: "Был платформаны булдырыу белгестәргә актуаль мәғлүмәткә, инклюзия һәм мәҙәниәт өлкәһендә иң яҡшы практикаларға һәм инновацион алымдарға инеү мөмкинлеген бирәсәк. Был башланғыс мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең профессиональ кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеүҙән тыш, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшырта".
Проект төрлө мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, мәҫәлән, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, музейҙарға, күргәҙмә киңлектәренә, картиналар галереяларына йүнәлтелгән. Улар, Рәсәй ратификациялаған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең хоҡуҡтары тураһында конвенцияға ярашлы, йәмғиәттең социомәҙәни тормошонда ҡатнашыу хоҡуғын тәьмин итергә бурыслы.
Проектты тормошҡа ашырыу барышында мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы күнекмәләр һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эшләү алымдарын үҙләштереүҙә ярҙам итеү өсөн уҡыу курстары, саралар һәм вебинарҙар ойоштороласаҡ.
Программаны үҙләштереү һөҙөмтәһендә тыңлаусыларҙа төрлө һаулыҡ сикләүҙәре булған кешеләр өсөн социомәҙәни мөхит булдырырға мөмкинлек биргән профессиональ компетенциялар формалаштырыла.
«Мәҙәниәт бөтәһе өсөн» онлайн-платформаһы бөтә Рәсәй биләмәһендә лә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Курстарҙа Башҡортостан Республикаһында һәм илдең башҡа төбәктәрендә инвалидтар менән эшләгән мәҙәниәт учреждениелары белгестәре ҡатнаша ала.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.