Ҡыҙыҡлы китап сәғәте

Час интересной книги
Оло быуын Александр Беляев романдарын барыһы ла ятып уҡыған ваҡытты иҫләй. Һәм, әлбиттә, төп ролде башҡарған актер Владимир Корнеев менән фильмды белә. 
"Кеше-амфибия" - иң популяр фантастик роман. Ә Ихтиандр күп йылдар совет ҡатын ҡыҙҙарының кумиры була. 
Ваҡиғалар барышы Аргентинала бара. Бер ваҡыт даһи ғалим кескәй малайға йәш акуланың тын алыу юлын ултыртып, ғүмерен ҡотҡара. Һуңынан баланы үҙенә алып ҡала һәм тәрбиәләп үҫтерә. Шулай итеп, донъяға Ихтиандр - кеше-амфибия барлыҡҡа килә. Ябай кешенән ул һыу аҫтында оҙаҡ йөҙә алыуы менән айырыла. Күп ваҡытын ул диңгеҙҙә - балыҡтар, дельфиндар һәм башҡа һыу аҫты йәшәүселәре менән үткәрә. Әммә барыһы ла ул ғашиҡ булғас, үҙгәрә. 
Был роман Ихтиандр тураһында ғына түгел, ә дуҫлыҡ, нәфрәт һәм мөхәббәт тураһында. 
Бөгөн, 8 август, махсус китапханала "Кеше-амфибия - ғилеме әллә уйҙырмамы?" ҡыҙыҡлы китап сәғәте үтте. Ҡулланыусылар А. Р. Беляевтың тормошо һәм ижады менән танышты. Китапханасы китаптың барлыҡҡа килеү тарихы, фильмды төшөргән саҡта булған факттар менән таныштырҙы. Сара "Кеше-амфибия" фильмынан фрагменттар менән оҙатылып барҙы. 
Видеотрансляция Бәйләнештә социаль селтәрендә. ВКонтакте

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.