Күмертауҙа тифлосессия

Тифлосессия в Кумертау
19 октябрь махсус китапхана тарафынан ойошторолған “Һаулығы сикле кешеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханалрҙың роле” тифлосессияһы “Һаулығы сикле кешеләр менән эшләүҙе ойоштороу үҙәге” 3-сө модель китапхана филиалында үтте.
Тифлосессияла Күмертау ҡалаһы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка китапханалары белгестәре ҡатнашты. Сәләмләү һүҙен Күмертау ҡалаһы “Мәҙәниәт менән идара итеү” муниципаль учреждениеһы директоры С. М. Тураева алды.
Махсус китапхананан Ирина Күсәрбаева, Ирина Борисевич һаулығы сиклеләр менән эшләү, уларға мәғлүмәт еткереү, виртуаль рәүештә эшләү, компьютер серҙәренә төшөндөрөү тураһында докладтары менән сығыш яһанылар.
Фәнүр Бәҙретдинов “Күреү һәләтенә яҙғандар өсөн сенсор ҡулайламалар” темаһы буйынса мастер-класс үткәрҙе.
Сара “Бер нимәгә лә ҡарамаҫтан” тифлокомментарийлы фильм ҡарау менән тамамланды.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.