Ҡорбан булғандар иҫтәлегенә

Памяти павших
Махсус китапхана “Тыныслыҡҡа юл” уҡыу циклын аса. Тәүге темаларҙың береһе булып Александр Матросовтың ҡаһарманлығы тора.
75 йыл элек Александр Матросов үҙ күкрәге менән дошман амбразураһын ҡаплай. Был ҡаһарманлыҡты уның исеме менән атайҙар. Ҡыҙыл Армияның 19 йәшлек кенә батырына мәңгелеккә Советтар Союзы геройы исеме бирелә. Ленин ордены менән бүләкләнә.
Матросов 1924 йылдың 5 февралендә Днепропетровск ҡалаһында тыуған. Бала сағында етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә, аҙаҡ Өфө ҡалаһының балалар хеҙмәт колонияһына ебәрелә.
1942 йылда Өфөнөң Киров районы военкоматы менән Совет Армияһына саҡырыла.
А. М. Матросов исеме 254-се гвардия полкына бирелгән. Өфөлә уның исемендәге мемориаль музей, урам, МВД мәктәбе бар.
Геройҙың автобиографияһы тураһында әле лә бәхәстәр бара. Ҡайһы бер факттар буйынса, ысын исеме Шәкирйән Мөхәмәтйәнов һәм ул Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуған.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.