Константин Симоновтың 110 йыллығына арналған әҙәби сәғәт

Константин Симоновтың 110 йыллығына арналған әҙәби сәғәт

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Шағир һүҙе - һалдат ҡоралы" әҙәби – патриотик сәғәте үтте. Сара К.М. Симоновтың 110 йыллығына арналды.

Константин Михаил улы совет шағиры, прозаик, драматург, киносценарист, йәмәғәт эшмәкәре, журналист һәм хәрби хәбәрсе. Ул билдәле «Көт мине» шиғырының авторы. Уны Бөйөк Ватан һуғышының иң хисле һәм тәрән мәғәнәле әҫәрҙәренең береһе тип иҫәпләйҙәр. Шағир өсөн һуғыш ижадының төп темаһына әйләнә.

Сара сиктәрендә ҡатнашыусыларға Константин Михаил улы биографияһы тәҡдим ителде. Программаға Симоновтың һуғыш йылдарында өмөт һәм тоғролоҡ символына әйләнгән «Көт мине, һәм мин ҡайтырмын» шиғырын башҡарыу видеояҙмаһы инде. Бынан тыш, ҡунаҡтар уның батырлыҡ, мөхәббәт, бурыс һәм патриотизм темаларын асыусы башҡа әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡыны.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.