Компьютерный конкурс завершился

Компьютерный конкурс завершился
Бөгөн, 15 апрель, һуҡырҙар өсөн махсус  республика башҡорт китапханаһында “Минең дуҫым – компьютер” конкурсының  һуңғы туры үтте.
Конкурс махсус китапхана һәм Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмәғәтенең Башҡортостан ойошмаһы тарафынан уҙғарылды.
Һуңғы турҙа 8 финалист көс һынаны. Ҡатнашыусыларға биш эш бирелде: файлдар атамаларын алмаштырыу һәм һаҡлау; А.С. Пушкиндың “Руслан һәм Людмила” поэмаһынан өҙөктәрҙе табылған файлдарҙа төҙәтеү һәм уны һаҡлау; Интернет селтәренән мәғлүмәт табыу һәм уны папкаға һаҡлау; билдәле бер төҙәтмәләрҙе компьютерҙа һәм электрон почтала башҡарыу, әҙер эштәрҙе жюри почтаһына ебәреү.
Конкурста Өфөнән һәм республикабыҙҙың башҡа ҡалаларынан, 12 йәштән алып 60 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар ярышты.
Жюри ҡарары буйынса, 1-се урынды – Ғәлиәхмәтов Константин, 2-се урынды – Әбеҙғилдин Рөстәм, 3-сө урынды – Бондаренко Артем яуланы.
Әйткәндәй, Бондаренко Артем иң йәш ҡатнашыусыларҙың береһе. 12 йәш булыуына ҡарамаҫтан, компьютерҙы оҫта ҡулланыусыларҙан һанала.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.