"Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе 

Международная книжная ярмарка «Китап-байрам»
26 майҙан 28 майға тиклем Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк. Был әҙәбиәт донъяһында киң күләмле сара, авторҙарға, нәшриәттәргә, китап магазиндарына һәм уҡыусыларға тәжрибә менән уртаҡлашырға, китап таратыу өсөн яңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итә. 
Йәрминкәлә Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәттәр, китап магазиндары, шәхси букинистар, моделле китапханалар, яҙыусылар, рәссамдар, драматургтар, артистар, сәнғәт белгестәре, психологтар, кулинарҙар, кинематографистар, журналистар һәм блогерҙар ҡатнашасаҡ. 
Сараға килеүселәр яңы китаптар һатып ала, билдәле әҙиптәр менән таныша аласаҡ. 
Көн һайын программаны авторҙар менән осрашыу асасаҡ. Владимир Мединский, Константин Чеченев, Георгий Будный, Михаил Лабковский, Татьяна Устинова, Тимофей Баженов, Родион Белецкий, Регина Доктор, Кирилл Крок, Екатерина Рождественская кеүек билдәле шәхестәр менән әңгәмә алып барыласаҡ. 
Шулай уҡ, Өфөгә, йәрминкәлә ҡатнашыу өсөн, билдәле артистар саҡырылған. Фестивалдең киске программаһы "Уҡырға ваҡыт" үҙ эсенә моноспектаклдәр һәм Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз, Анна Якунина башҡарыуында әҙәби әҫәрҙәр уҡыуҙы индерә. 
Сараны көн һайын нәфис фильм ҡарау ябасаҡ. 
"Китап-байрам" программаһына "Урал батыр ерендә йыл китабы", "Тыуған ер тарихы шиғырҙарҙа" шиғырҙар конкурсы, йәш шағирҙар һ. б. конкурстар инә. 
Совет майҙанында, шулай уҡ, периодик әҙәбиәт, моделле китапханалар, аш-һыу китаптары, психология буйынса ғаилә консультациялары зоналары эшләйәсәк. Һәр зонала мастер-кластар, уйындар, сәхнәләштереүҙәр һәм башҡа саралар ойоштороласаҡ. 
Бынан тыш, Өфө ҡунаҡтары һәм йәшәүселәре шәфҡәтлелек акцияларында ҡатнаша аласаҡ. 
Йәрминкәнең ойоштороусылары: Башҡортостан республика хакимлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы. 
Тулыраҡ мәғлүмәт:  http://www.kitap-bayram.ru  www.kitap-bayram.ru.

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.