Һуҡырҙар өсөн китапханала сәнғәт төнө
4 ноябрь махсус китапханала “Балаганчик” китап театрының Чехов әҫәрҙәре буйынса тағы бер премьераһы уҙасаҡ. Театр тәүге сығышында яҙыусының “Тәҡдим” әҫәрен халыҡҡа күрһәткәйне.
Уйында насар күреүсе һәм һуҡыр актерҙар ҡатнашты: Марина Иванова, Рәмзиә Тарасова, Наталья Бессольцева, Ренат Сөләймәнов, Олег Бугров, Руслан Ҡарасурин, Сулпан Ракаева, Зарема Сөләймәнова.
Махсус китапхана сайтында 4 ноябрь көнө сәғәт 15:00 бар теләүселәр ҙә спектаклде ҡарай ала.