Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

День народного единства
4 ноябрь – Рәсәйҙә 2005 йылдан алып Халыҡтар берҙәмлеге көнө булараҡ билдәләнә. Был көндөң тарихы тәрәндә ята: 1612 йылда Минин менән Пожарскийҙың яугирҙары Рәсәйҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеүенә арналған был байрам ауыр саҡта бер-береһенә ярҙамға килгән халыҡтарҙың дуҫлығына, теләктәшлегенә, яуҙа – ышаныслы яуҙашлығына арнала. 
Быйылғы байрам уңайынан Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы Ингуш республикаһының Ямалетдин Йәндиев исемендәге милли китапханаһына бүләккә бер-нисә китап әҙерләне. Был китаптар араһына Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли үҙенсәлектәрен сағылдырған әсбаптар, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәре йыйынтыҡтары һуҡырҙар һәм насар күреүселәр уҡый ала торған: ҡағыҙҙа – Брайль ысулы менән, дисктарҙа – төрлө телдәрҙә “һөйләй” торған китап форматтарында әҙерләнде. 
Был китаптар Ингуш республикаһында йәшәүсе һуҡырҙарға һәм насар күреүселәрҙең донъя менән танышыу мохтажлығын күпмелер дәрәжәлә аҙайтыр, тип ышана Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре. 
Эстәлеге һәм маҡсаты буйынса бар ҡәүемдәрҙе яраштырыуға, дуҫлаштырыуға хеҙмәт иткән Халыҡтар дуҫлығы көнө менән, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.