Гөлнур Яҡупованың китабы баҫылды 

Издана книга Гульнур Якуповой
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә Гөлнур Яҡупованың "Йыртҡыс ҡаны" китабы донъяға сыҡты. Әҫәр ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифы менән башҡорт телендә ике китапта баҫылды. 
Башҡорт яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың повесында https://vk.com/id186929380 Һәҙиә исемле ҡатындың яҙмышы тураһында һөйләнелә. Һәҙиәгә башҡа һыймаҫлыҡ ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Яуыз кешеләрҙән ҡасып, Урал урмандары хужаһы - айыуҙа яҡлаусы таба. Ярты ғүмерен ҡырағай тәбиғәттә үткәргәндән һуң ғына, кешеләр янына ҡайтырға рух көсө таба. Ҡан һәм күҙ йәштәре, мөхәббәт һәм ауырлыҡтар, өмөттәрҙең селпәрәмә килеүе һәм ышаныс табыу - барыһы ла Һәҙиәнең ғүмер юлында осрай.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.