Филиалдар хәбәрҙәре.

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының Белорет филиалында “Филантроп” Халыҡ-ара премияһы номинанты Алевтина Блиначева менән осрашыу үтте.
Был һаулығы сиклеләр өсөн мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә бирелгән донъялағы берҙән-бер премия. Беҙҙең республиканан быйыл 4 претендент ҡатнаша. Конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 700-ҙән ашыу ҡатнашыусы ғариза яҙған.
Беҙҙең республиканан ике лауреат та бар.
Конкурс йылына ике тапҡыр уҙғарыла. 2000 йылдан алып, проектта 9000 ашыу инвалид ҡатнашҡан. 358 кеше был премияның лауреаты була.
Махсус китапхана уҡыусыларына Алевтина үҙенең тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне, шиғырҙарын уҡыны һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.