Чемпион беҙҙә ҡунаҡта.

Андрей Коптев в специальной библиотеке
31 ғинуарҙа һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһына 2012 йылда Лондонда үткән параолимпия уйынының чемпионы Андрей Коптев ҡунаҡҡа килде.
Андрей Коптев 1984 йылдың 28 февралендә Иркутск өлкәһенең Себер-Усолье ҡалаһында тыуған. Ул ошо ҡалала еңел атлетика менән шөғөлләнә башлай. Һуңынан Андрей Өфө ҡалаһына күсеп килә.
Андрей Коптев - Рәсәй Чемпионатының чемпионы һәм призеры (2004, 2005, 2006, 2007 йылдарҙа); Европа чемпионатың бронза призеры (2005 йылда); 2009 йылда Европа чемпионатың эстафета һәм 100 метрға югереү буйынса бронза призеры.
2012 йылда Лондонда үткән параолимпия уйынында Андрей Коптев эстафетала алтын миҙал еңә. Республиканың Салауат Юлаев исемендәге ордены менән бүләкләнә.
Директор урынбаҫары Пантелеева В.Н. Андрейға иҫтәлеккә библиографик күрһәтмә буләк итте. Чемпион бүләкте ҡыуанып ҡабул итте һәм китапхананың уҡыусылары менән осрашырға вәғәҙә бирҙе
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.