Бөтә Рәсәй акцияһы «#КультураДонорству #КультурныйКодДонора»

Всероссийская акция «#КультураДонорству #КультурныйКодДонора»

 

Акцияның ҡатнашыусылары - ҡан хеҙмәте учреждениелары, мәҙәниәт учреждениелары, дәүләт орган вәкилдәре, корпоратив ҡан донорлығын үҫтереүсе теләһә ниндәй ойошмалар. 
Номинациялар: 
- "Культурный код донора": төбәктәрҙең мәҙәни тормошона донорҙарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән саралар системаһы, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу; 
- "Культура - донорству": донорлыҡ хәрәкәте мәҙәниәт учреждениелары, мәҙәниәт менән идара итеү органдары вәкилдәренең ҡатнашыуы;
- "Креативное донорство": ҡан донорлығын һәм һөйәк мейеһен пропагандалау аша Рәсәй халыҡтарының традицион ҡиммәттәрен креатив форматта эшләп сығарыу; 
- "Донорство объединяет": ҡан донорлығына Рәсәй халҡын йәлеп итеү; 
- "Сила традиций": ҡан донорлығын һәм һөйәк мейеһен пропагандалауҙа мәҙәниәт учреждениелары потенциалын ҡулланыу; 
- "Расширяя границы донорства": акция сараларын мәғлүмәт яғынан яҡтыртыу. 
Был акция ярҙамында беҙ төбәк ҡан банктарын тултырып ҡалыу түгел, ә шулай уҡ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен дә был эшкә йәлеп итә аласаҡбыҙ. 
Ойоштороусылары - һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү Милли фонды, ҡан донорлығы буйынса координация советы һәм Федераль медицина һәм биология агентлығы. 
Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт http://nfrz.ru сайтында.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.