Бөтә донъя тауыштан уҡыу көнөнә

 
31 март, Бөтә донъя тауыштан уҡыу көнөндә, махсус китапханала "Бергәләп уҡыйбыҙ" тифлосәғәте үтте. 
Йыл һайын марттың тәүге шаршамбыһында Бөтә донъя тауыштан уҡыу көндәре үтә. Ғалимдар бындай уҡыу төрөн бик файҙалы тип һанай, сөнки ул мәғлүмәтте яҡшыраҡ хәтерҙә һаҡлап ҡалдырырға ярҙам итә. 
Китапханасылар балалар менән бергә Корней Чуковскийҙың "Себен-Цокотуха әкиәтен уҡыны. Балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Тифлосәғәт гимнастика минуты менән тамамланды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.