"Блокада икмәге" күсмә тактиль күргәҙмәһе

Передвижная тактильная выставка «Блокадный хлеб»
26 ғинуар Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн   Башҡортостан республика махсус китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы артефакттар күргәҙмәһе асыласаҡ. Күргәҙмәне ойоштороуҙа Башҡортостан республикаһындағы Рәсәй эҙләү хәрәкәте вәкилдәре ҡатнашты. Күргәҙмәне асыу Ленинград блокадаһын өҙөүгә 80 йыл тулыуға бағышланды. Маршал Георгий Жуков һәм Климент Ворошилов етәкселеге аҫтында совет хәрбиҙәре, Балтика флоты авиацияһы ярҙамы менән, немец армияһына ҡаршы ут аса һәм Ленинград менән ҡоро ер юлын тоташтыра. Ленинград блокадаһы өҙөлә һәм Нева йылғаһындағы бөйөк рус ҡалаһы иркен тын ала. Ладога күленең йоҡа боҙо өҫтөнән ҡалаға, ризыҡ тейәгән, ҡотҡарыу колонналары ебәрелә. 

Ошолар һәм башҡалар тураһында "Эҙләү" отряды командиры, "Баш ҡала ҡаҙанышы" премияһы лауреаты Е. А. Вязовцева һөйләйәсәк. Елена Александр ҡыҙы бер-нисә тапҡыр Ленинград өсөн алыш урындарында була, Ленинград өлкәһендәге "Хәтер вахтаһы"нда ҡатнаша. 
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн  Башҡортостан республика махсус китапханаһы тәүге тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдары артефакттарынан торған тактиль күргәҙмә тәҡдим итә. Тарихты, ысын мәғәнәһендә, тотоп, тойоп ҡарау мөмкинлеге булдырылды. 
Күргәҙмә махсус китапхананың хеҙмәтләндереү бүлегендә ҡуйыласаҡ. Башланыу ваҡыты: 14:00 сәғәт.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.