Артем Новоселов Был минең ҡалам.

Артем Новоселов «Это мой город»
30 майҙан алып һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы йәш рәссам Артем Новоселовтың “Был минең ҡалам” күргәҙмәһен дауам итә. Экспозицияла йәмғеһе 30 эш күрһәтеләсәк.
Артем 1994-се йылда Өфө ҡалаһында тыуған. А.А. Кузнецов исемендәге 1-се художество гимназияһында белем ала. 2010-сы йылда, әрме хеҙмәтенә тиклем, Өфө сәнғәт училищеһының “Һынлы сәнғәт” бүлегенә уҡырға инә.
“Кәйеф” тип аталған тәүге күргәҙмәһен 2011-се йылда В.И. Лениндың йорт-музейында уҙғара. Бөгөнгө көндә йәш рәссам иңендә 5 күргәҙмәһе, 7 тапҡыр республика, Рәсәй, регион-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу тора.
Артемдың һүрәттәре бер-береһенә оҡшамаған. Һәр береһе үҙенә генә хас бер төрлө. Әммә һәр береһендә рәссамдың тыуған ҡалаһына сикһеҙ һөйөүе, донъяға ҡарашы яралып ята.
“Тыуған ҡаланың һауаһы һәр ваҡыт та ла үҙенсәлекле. Унда төп урамдарҙың ритмы, ҡала ситенең тыныслығы, йыл миҙгелдәренең алмашыныуы тойола. Барыһы ла шул тиклем таныш, һәм шул уҡ ваҡытта үҙгәреүсән. Бер үк урынға бер-нисә тапҡыр килергә була, әммә килгән һайын ул үҙгәреп торасаҡ»,- ти йәш рәссам.
Артемдың модернистик ҡала пейзаждарында таныш урындар сағыла: Ағиҙел буйы, Һупайлы биҫтәһе, Инорс, Октябрь проспекты. 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.