Аҡтаяҡ айлығы

Мероприятие в Белебее
Аҡтаяҡ айлығы рамкаһында һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы филиалдарында саралар үткәреү ҡаралған.
Бәләбәй филиалы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте менән берлектә “Күңел яҡтылығы ҡараңғыны юҡ итә” тематик кисәһен уҙғарҙы.
Кисә барышында китапхана ҡулланыусылары билдәле һуҡыр шәхестәр тураһында белделәр. Шулар араһында донъяға “Илиада” менән “Одиссей”ҙы бүләк иткән Боронғо Грецияның легендар шағиры Гомер; Болгар күрәҙәсеһе Ванга; шағирҙар һәм яҙыусылар Эдуард Асадов, Николай Силков, Глеб Еремеев, Михаил Суворов, Николай Рыбалко, Анна Притчина; билдәле скульпторҙар Луи Видаль, Лина По, М. Р. Макарова һ.б.
Бындай миҫалдар һуҡырҙарҙың оло потенциалдары барлығын күрһәтә.
Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре лә аҡтаяҡ ярҙамында нисек хәрәкәт итеүҙәре тураһында мәҡлүмәт менән бүлештеләр. Ошондай осрашыуҙар, әлбиттә, һаулығы сикле кешеләр өсөн бик мөһим һәм бик кәрәк. Сөнки бер-берең менән аралашыу, фекерҙәр, донъя мәшәҡәттәре менән уртаҡлашыу яңынан-яңы мөмкинлектәр һәм маҡсаттар аса.
Стәрлетамаҡ филиалы “Музыка аша күңел асыла” танышыу кисәһен үткәрҙе. Был сарала ҡунаҡтар һәм китапхана ҡулланыусылары Сергей Корнеевтың ижады менән танышты. Сергей беҙҙең яҡтарға Липецк ҡалаһынан күсеп килә. Ул алты музыкаль альбомдар авторы. Кисәлә үҙенең тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне, йырҙарын халыҡҡа ишеттерҙе.
Сарала ҡатнашыусылар барыһы ла Сергейҙы йылы ҡабул итте.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.