М. В. Нестеров исемендәге сәнғәт музейы тәҡдим итә...

Художественный музей им. М.В.Нестерова представляет...
Махсус китапхананың хөрмәтле ҡулланыусылары! Һеҙҙең иғтибарға М. В. Нестеров исемендәге сәнғәт музейы онлайн лекциялар циклын тәҡдим итә. Лекцияны музей хеҙмәткәре  Вероника Боттичелли уҡый. Цикл музейҙың тәүге директорының 150 йыллыҡ юбилейына бағышлана. Уның ауыр тормошо һәм яҙмышы хаҡында "Хыялдар тормошҡа аша" лекцияһында уҡыясаҡбыҙ. Монтаж һәм камера: Эмиль Шәрипов.

Анонс

Анонс
Хөрмәтле китапхана ҡулланыусылары! 31 март 19:00 сәғәттә Вольфганг Моцарттың "Дон Жуан" операһының онлайн трансляцияһына саҡырабыҙ. Опера ике шаршауҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарафынан ҡуйыла. Күсеү өсөн һылтанма: Ссылка для перехода https://youtu.be/nuXhaZNd59o

Иғлан.

Объявление.

Хөрмәтле китапхана ҡулланыусылары! РФ президенты Владимир Путин указы буйынса, халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген булдырыу өсөн 30 марттан алып 3 апрелгә тиклем китапхана эшләмәй.

Театр көнө

День театра
Бөтә донъя театр көнө рамкаһында һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы базаһында тупланған спектакль аудиояҙмаларын тәҡдим итә. Уны китапхана сайтында http://brsbs.ru/ru/biblioteka-govoryashchih-knig/38 ссылкаһы буйлап табырға була.
“Һуҡырҙар өсөн интернет-уҡыу” проекты РФ мәҙәниәт министрлығы ярҙамында эшләп килә. Криптоһаҡланғыслы аудиояҙмалар сайтҡа теркәлгән ҡулланыусыларҙың бөтәһенә лә асыҡ.
Оло популярлыҡ менән Е. Вахтангов исемендәге театр ҡулланыла.
Аудиояҙмаларҙы тыңлар өсөн “Тематика” билдәһенә флажок ҡуйығыҙ һәм эҙләү юлына “Спектакль” һүҙен яҙығыҙ.
 
 
#деньтеатра2020 #культурарф

Анонс

Анонс
Хөрмәтле китапхана ҡулланыусылары!
26 март 19:00 сәғәттә Николай Римский-Корсаковтың "Моцарт һәм Сальери", Цезарь Кюиның "Үләт ваҡытында байрам" бер акттан торған операларҙың онлайн трансляцияларына саҡырабыҙ. 
Операларҙың либреттоһы Пушкиндың "Кескәй трагедиялар"ы. Сюжеттар тарихи факттарға бәйләнә. 
Спектаклдең ҡуйыусы режисеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Ғәлиев. Операларҙы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡуя.
 

"Тыуған яҡты өйрәнеү калейдоскобы". Интеллектуаль онлайн марафон. 

Интеллектуальны онлайн марафон «Краеведческий калейдоскоп»
 
30 март махсус китапхана сайтында интеллектуаль онлайн марафон башланасаҡ. Һәр көн аудиторияны яңы һорауҙар көтәсәк. Марафон 20 апрелгә тиклем дауам итә. 
Өс этапҡа бүленә:
1. Башҡортостан мәҙәниәте.
2. Башҡортостан әҙәбиәте.
3. Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында.
Был марафон тарих, әҙәбиәт һәм тыуған яҡ мәҙәниәте өлкәһендә белемдәрҙе иҫкә төшөрөргә ярҙам итә. Еңеүселәрҙең исеме китапхана сайтына эленәсәк.

Оркестр менән әкиәт

Сказки с оркестром

Мәскәү филармонияһында бына инде 10 йыл балалар өсөн "Оркестр менән әкиәт" көндөҙгө концерттар циклы бара. "Мәҙәниәт.РФ" порталы кескәй тыңлаусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн симфоник концерттарҙан өҙөктәр әҙерләне. Театр һәм кино артистары сит ил яҙыусыларының әкиәттәрен уҡыйҙар.

 Концерт барышында Сергей Рахманиновтың, Петр Чайковскийҙың, Анатолий Лядовтың, Ханс Циммерҙың һ.б. композицияһы яңғырай. Дирижер - Игорь Манашеров. П. И. Чайковский исемендәге концерт залы.

Ганс-Христиан Андерсен. «Дикие лебеди». Художественное слово — Ирина Пегова

А. Линдгрен – «Пеппи Длинныйчулок». Художественное слово – Юлия Пересильд

Памела Трэверс «Мэри Поппинс». Художественное слово – Нонна Гришаева

Сказки Шарля Перро («Кот в сапогах», «Красная шапочка»). Художественное слово – Александр Олешко

Александр Дюма "Белоснежка". Художественное слово - Ольга Будина

Джеймс Барри: «Питер Пэн». Сказку читает Анна Большова.

Э. Портер. «Поллианна» Воскресные дневные симфонические концерты для детей. Художественное слово – Виктория Толстоганова

Р. Л. Стивенсон. «Остров сокровищ». Художественное слово – Дмитрий Назаров

Литературно-музыкальная композиция по роману «Принц и нищий». Художественное слово - Михаил Трухин

 

Хөрмәтле китап уҡыусылар!

Акция «Селфи с книгой»

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Китап менән фотоға төш" акцияһын иғлан итә. Акцияның маҡсаты - һуҡырҙар араһында китап уҡыуҙы популярлаштырыу, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

 Ҡатнашыу өсөн китап менән фотоға төшөп, #брсбсонлайн хештегы аҫтында социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк. Иң сағыу фотолар китапхана сайтына һалынасаҡ.

Донъя йондоҙҙары ҡатнашлығында симфоник концерт.

Симфонические концерты с участием мировых звезд

"Мәҙәниәт.РФ" порталына Мәскәү һәм Санкт-Петербург сәхнәләрендә үткән классик музыка концерттары яҙмалары һалынды. Билдәле Рәсәй һәм сит ил музыканттары төрлө дәүер композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡара - Сергей Рахманиновтың Икенсе симфонияһы, Дмитрий Шостаковичтың 7се Симфонияһы, шулай уҡ Моцарт, Клод Дебюсси һәм Морис Равель ижады.
Һеҙгә пианист Денис Мацуевтың  һәм Юрий Башмет етәкселегендә "Яңы Рәсәй" оркестрының, скрипкасы Вадим Репиндың концертын тыңларға тәҡдим итәбеҙ.

К Году памяти и славы.

К Году памяти и славы.
Рәсәй Федерацияһында дан һәм хәтер көнөнә ҡарата, махсус китапханала "Балаганчик" китап театры Светлана Алексиевичтың "Һуғышта ҡатын-ҡыҙ йөҙө түгел" повесын сәхнәләштерҙе. Унда Марина Иванова, Зарема Сөләймәнова, Рәмзиә Тарасова ҡатнашты. 
Программала махсус китапхананың әүҙем ҡулланыусылары тарафынан, һуғыш тураһында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.