"Моонзунд" нәфис фильмы

Художественный фильм "Моонзунд"
Александр Моратовтың "Моонзунд" картинаһы Валентин Пикуль романы буйынса төшөрөлгән. 
Сыҡҡан йылы: 1988
Сығарған ил СССР
Барыу ваҡыты: 133 мин.
Жанр: хәрби, драма, мелодрама, тарихи.
Ролдәрҙә: Алексей Булдаков, Владимир Еремин, Евгений Евстигнеев, Борис Клюев, Юрий Беляев һ.б.
Режиссёр: Александр Моратов.
Күсеү өсөн һылтанма:
Ссылка для просмотра: https://www.culture.ru/movies/10725/moonzund 

"Гелена Великанова. Королева өсөн ландыштар" документаль фильм

Документальный фильм "Гелена Великанова. Ландыши для королевы"
 
"Ландыштар" - 50-се йылдар аҙағы эстрада королеваһы Гелена Великанованың төп йыры. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хитҡа әүерелде. "Ландыштар"һыҙ йырсыны бер концерттан да ебәрмәй инеләр. Әммә йырсының "Ландыштар"ҙы башҡара алмаған ваҡыты етә...
Фильмға күсеү өсөн һылтанма:

Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә

В Международный день слепых
Был дата тарихы XVIII быуатҡа ҡайтып ҡала. 1784 йылда Парижда, шәфҡәтлелек фондтары ярҙамында билдәле педагог Валентин Гаюи "Һуҡыр эшселәр мастерскойы" тип аталған һуҡыр балалар өсөн донъялағы тәүге мәктәпте аса. Рәсәй императоры Александр Беренсе 1803 йылда Валентинға Санкт-петербургта ла һуҡырҙар өсөн уҡыу йортон асыуҙы тәҡдим итә. Педагог риза була һәм 1806 йылда Петербургта ул үҙенең мәктәбен аса. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Валентин Гаюи иҫтәлегенә, уның тыуған көн датаһын - 13 ноябрҙе "Бөтә донъя һуҡырҙар көнө" тип билдәләй.
Был көндө китапханасылар онлайн рәүештә "Мин йөрәгем менән күрәм" әҙәби минут үткәрҙе.

Карл Мария фон Веберҙың "Ирекле уҡсы" операһы

Был композиторҙың тәүге немец романтик әкиәте. Ул тәбиғәт көстәренә һәм ябай халыҡтың мөнәсәбәте тураһында бәйән итә. Төп герой - урмансы Макс - иң яҡшы уҡсылар конкурсында еңелеүҙән ҡурҡа һәм йәнен шайтанға тылсымлы уҡтарға алмаштыра. Донъяуи премьера 1821 йылда Берлинда күрһәтелә, ә өс йылдан Рәсәйҙә тәҡдим ителде. 
Күсеү өсөн һылтанма: https://www.culture.ru/movies/9758/opera-karla-marii-fon-vebera-volnyi-s...

2020 йылдағы тифлосессиялар циклы тамам

Закончен цикл тифлосессии 2020 года
Закончен цикл тифлосессии 2020 года
Закончен цикл тифлосессии 2020 года
 
Бөгөн, 12 ноябрь, махсус китапхана белгестәре онлайн режимда "Мөмкинлектәре сиклеләр өсөн муниципаль китапханалар" республика тифлосессияһын үткәрҙе. Сарала Благовещенск, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Нуриман районындарынан белгестәр ҡатнашты. 
Тифлосессияла доклад менән махсус китапхана директор урынбаҫары Ирина Күсәрбаева, инновацион-методик бүлеге мөдире Ирина Борисевич, тифлобаҫма бүлеге мөхәррире Фәнүр Бәҙретдинов сығыш яһанылар. 
Программа планы буйынса, ҡатнашыусылар Резо Гигинеишвилиның "Комментарийҙарһыҙ"ҡыҫҡа метражлы фильмы менән таныштылар. Төп ролдәрҙә Игорь Верник һәм Инна Чурикова. Сценарий авторы - Никита Власов. 
Был тифлосессия 2020 йылдағы циклды йомғаҡлар ҡуйҙы.

 

Тифлосессия «Доступность библиотек для людей с ограничениями жизнедеятельности»

Тифлосессия «Доступность библиотек для людей с ограничениями жизнедеятельности»
На платформе ZOOM 
12 ноябрь ZOOM платформаһында бөтә ҡатлам халҡы өсөн дә мәғлүмәт алыу һорауҙарын ҡарау планлаштырыла. Благовещенск, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман райондарынан китапхана өлкәһендәге белгестәр мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәғлүмәт алыу хоҡуғы тураһында әңгәмә алып барасаҡтар. 
Тифлосессияның ойоштороусылары Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы һәм Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы. Башланыу ваҡыты: 10:00.

Татьяна Устинова һәм Павел Астахов менән әҙәби күпер

ЛитМост с Татьяной Устиновой и Павлом Астаховым
 
#Әҙәбикүпер. Эксмо берләштерә" проекты сиктәрендә Татьяна Устинова һәм Павел Астахов менән осрашыу үткәрелә. "Эксмо" нәшриәте авторҙарҙың өс китабын тәҡдим итә: Татьяна Устинованың яңы китабы "Артемиданың алҡаһы", Павел Астаховтың адвокат детективы "Инвестор" һәм бергә башҡарған эштәре - "Даһи ДНК-һы" романы. 
Күсеү өсөн һылтанма:

Тажлы корона инфекцияһына профилактика

Профилактика короновирусной инфекции
Профилактика короновирусной инфекции
Профилактика короновирусной инфекции
Профилактика короновирусной инфекции
Профилактика короновирусной инфекции
Профилактика короновирусной инфекции
Профилактика короновирусной инфекции
Үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы һаҡлау өсөн тикшерелгән мәғлүмәт менән ҡулланығыҙ. Урындағы һаулыҡ һаҡлау органдарының кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы йыш һабынлап йыуығыҙ, антисептиктар ҡулланығыҙ. 
Маскалар
Маска һеҙгә башҡаларға вирус тапшырыуҙан һаҡлай.

"Алтын асҡыс"

«Золотой ключик»
 
Игорь Морозовтың балалар операһын Н. И. Сац исемендәге Мәскәү дәүләт академик балалар музыкаль театры солистары һәм Симфоник оркестр башҡара. Дирижер: Леонид Гершкович. 1973 йыл. 
Күсеү өсөн һылтанма:
https://www.culture.ru/materials/253749/zolotoi-klyuchik 

"Өс йыуан"

Владимир Рубиндың балалар операһын Виктор Яковлев етәкселегендәге Мәскәү дәүләт балалар музыка театры солистары, хор һәм оркестр башҡара. Башҡарыусылар - Галина Свербилова, Антон Григорьев, Валентин Тучинский һәм башҡа артистар. Режиссёр - Наталья Сац. 1968 йыл.
 
Күсеү өсөн һылтанма: https://www.culture.ru/materials/253748/tri-tolstyaka 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.