Китапханала Өфө библио-эңер үтте.

Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һаулыҡтары сикләнгән мәҙәниәт йорто менән бер рәүештә «Өфө Библио-эңер» акцияһы үҙ программаһын башлап үтте. Үҙэшмәкәр программаһында башҡорт, рус, татар, сыуаш халыҡтары йырҙары башҡарылды.
Артабан төрлө төҫтәге шарҙар күккә осоролдо. Китапхана фойеһында төрлө күргәҙмәләр биҙәне: айырым ҡыҙыҡһындырыу рельеф-график иллюстрациялы “Башҡортостан бармаҡ эҙҙәрендә” серияһы баҫмаһы уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. 3D форматындағы реаль күренештәр махсус урын алды.
Республика хәрби Дан музейы үҙенең экспонаттары менән йәш уҡыусылар араһында айырым ҡыҙыҙһындырыу тыуҙырҙы.
Берәүҙәр тифлойәнһүрәт оҡшап ҡараһа, икенселәргә- музыкаль викторина оҡшаны.
Шул уҡ бер рәттән Ф. Гөбәйҙуллинаның “Балалар антологияһы” китабы презентацияһы үтте.
Махсус китапхана үҙенең рәхмәтле һүҙҙәрен бағыусылары ЯАЙ “СМАРТС-ӨФӨ”, “REAL PRJJECTION”, Хәрби Дан музейына еткерә.
 

«Өфө библио-эңере - 2014».

Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһы “Библио-төн - 2014” бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып 25 апрелдә «Өфө библио-эңере» исемләнгән акция уҙғара.
«Библио-эңер 2014» проекты сиктәрендә, беҙҙең китапхана эш ваҡытын үҙгәртеп, уҡыусылар өсөн кискә тиклем эшләйәсәк.
Сараны "Юлдаш", "Спутник FM" радиолары яҡтырта. Акцияның эшлекле партнерҙары - "Каскад академияһы" кадрҙар әҙерләү үҙәге, "Смарт-Өфө" Ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.
«Өфө библио-эңере» акцияһы Мәҙәниәт йылында республиканың территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтенең диологына арналған. Программала китапхана ҡунаҡтары музыкаль-театрлаштырылған тамаша аша беҙҙең республикала йәшәгән төрлө милләт авторҙарының әҫәрҙәре менән танышасаҡ.
Ҡунаҡтар иғтибарына һуҡырҙар өсөн яраҡлаштырылған махсус китапхананың үҙ баҫмалары, Башҡортостан Республикаһының милли музейы экспонанттары һәм республиканың Хәрби Дан музейының күргәҙмәләре тәҡдим ителәсәк.  
Бөтә Рәсәй акцияһындағы «Ваҡытты күсереү» исемле дөйөм тема Өфөлә «Ваҡыт таҫмаһы» тамашаһында сағылыш табасаҡ. Китапхана ҡунаҡтары республика һуҡырҙар махсус китапханаһының нәшриәт үҫеше миҫалында күреү һәләте сикләнгән кешеләргә мәғлүмәт еткереү ысулдарының һәм сараларының ваҡыт үтеү менән трансформацияланған, йәғни, үҙгәреш кисергән өлгөләре тарихы менән күргәҙмә материалдар ярҙамында таныша аласаҡ.
“Өфө библио-эңере” ҡунаҡтары китапхана эшмәкәрлеге менән бина буйлап үткәрелгән экскурсия ярҙамында ла, шулай уҡ, ике майҙансыҡта күрһәтелгән виртуаль экскурсия ярҙамында ла таныша ала.
Китапханаға килгән иң бәләкәс ҡунаҡтарға сенсорлы бүлмәлә ойошторолған уйын программаһы, тифло-комментарийлы йәнһүрәттәр тәҡдим ителәсәк.
“Өфө библио-эңере” ваҡытында башҡорт һәм рус телендә нәшер ителгән, күреү мөмкинлегенән мәхрүм балалар өсөн эшләнгән махсус форматлы “Балалар әҙәбиәте анталогияһы”ның исем туйы ла үткәреләсәк. Анталогияның төҙөүсеһе – балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина “Библио-төн”гә килеүселәрҙе үҙенең яҡташ яҙыусылары менән таныштырасаҡ.
Китапхана сайтындағы “Бергәләп уҡыйбыҙ” тип исемләнгән махсус биттең исем туйы Өфөлә тыуған, “Бельские просторы” журналында шиғырҙарын баҫтырған бер-нисә шағир ҡатнашлығында үтәсәк. “Библио-төн” ваҡытында уларҙың тауыштарын сайттан ишеттерәсәктәр.
Сара һуҙымында Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Белорет ҡалаларындағы республика һуҡырҙар китапханаһы филиалдарындағы, Салауат, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларындағы һәр кем өсөн тәғәйенләнгән тифло-үҙәктәрҙәге уҡыусыларға Скайп программаһы ярҙамында компьютер өлкәһендә грамоталылыҡты үҫтереү маҡсатында һорауҙарға яуап биреү ҙә ҡаралған. Махсус китапхана ҡунаҡтарына шулай уҡ тауышлы китап яҙҙырыу процесында ҡатнашыу, бүләк рәүешендә үҙеңдең тауышыңды компакт-дискыға яҙҙыртып алыу мөмкинлеге тәҡдим ителәсәк.  Һәр ҡатнашыусы “Библио-төн-2014” исемле махсус эмблема менән бүләкәләнәсәк, ә теләүселәр үҙенең исем- шәрифен Л. Брайль шрифтында яҙҙырып ала аласаҡ.
Акцияның йомғаҡлау өлөшөндә Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына лайыҡ булған  “А. Тарковскийҙың “Солярис” фильмында китапхана” тип исемләнгән кино һөйөүселәр кисәһе үткәреләсәк.
“Өфө Библио-эңере” Башҡортостастан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында 2014 йылдың 25 апрелендә 16 сәғәттән 21 сәғәткәсә уҙғарыла. Бөтөн транспорт төрҙәре менән дә “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә. 
 

Дикторҙарҙы тыңлау үтте.

Конкурсное прослушивание дикторов.
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында «һөйләүсе китаптарҙы» яҙҙырыу өсөн дикторҙар тыңлау конкурсы үтте. Был конкурста башҡортостан республикаһының дөйөм рәсәй инвалидтар йәмғиәт ойошмаһының ағзалары ҡатнашты.
Һәр бер ярышта ҡатнашҡан конкурсанттың һөҙөмтәһе буйынса протокол төҙөлдө һәм уҡыусылар советында һәр яҡлап тикшереү үткәреләсәк. Уҡыусылар советының тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса «һөйләүсе китаптарҙы» диктор рәүешендә тауышлы итеү мөмкинлеге ҡараласаҡ.
 

Вуздар араһындағы берлек махсус китапханала.

2014 йылдың 17 апрелендә Өфө ҡалаһында күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында сираттағы «Проектланған эшмәкәрлек» тигән етди уйын Вуздар араһындағы берлек ярҙамында ойошторолған.
Уйындың төп маҡсаты киләһе номинациялар буйынса еңеүселәрҙе белеү:
1. 2014 йылғы инвестициялар уйындары буйынса иң яҡшы идея.
2. 2014 йылғы инновацион уйындары буйынса иң яҡшы идея.
3. 2014 йылғы ижтимағи  уйындары буйынса иң яҡшы идея.
4. 2014 йылғы күп мәҙәнилек уйындары буйынса иң яҡшы идея.
Был сара "Бөтә Рәсәй Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һуҡырҙар йәмғиәте" Бөтә Рәсәй ғәриптәре йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы ойошмаһы һәм Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапхана ярҙамы менән һәм уларҙың ҡатнашлығында үткәрелә.
 

Шишмә ҡасабаһында тифлосессия үтте.

Бадретдинов Ф.И.
Участники тифлосессии

2014 йылдың 16 апрелендә Шишмә ҡасабаһында республика “Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре” муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Тормошта мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн китапханаларҙы яҡынайтыу” тип аталған тифлосессия үткәрелде. Тифлосессия эшендә Нефтекама ҡалаһынан, Дүртөйлө, Борай райондарынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ижтимағи-мәҙәни мөхиткә ылыҡтырыу, яраҡғлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнеүсе белгестәр ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар алдында иннавацион-методик бүлек мөдире Альбина Бобенко сығыш яһаны. Шулай уҡ, Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханыһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса директор урынбаҫары Олег Кушнерук менән мәғлүмәт технологиялары бүлеге мөдире Фәнүр Бәҙретдинов күреү мөмкинлектәре сикләнгән компьютер ҡулланыусыларға сайт аша мәғлүмәт алыу тураһында мәғлүмәт еткерҙеләр.

Артабан тифлосессияла ҡатнашыусылар тифло комментарийҙар менән байытылған “Иртә яҙ” фильмы миҫалында күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе мәҙәниәт, сәнғәт өлгөләре менән яҡындан таныштырыу мөмкинлеге менән танышты.

Йомғаҡлап, телмәр тотоусылар тифлосессияла ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

 
 

Халыҡ-ара уҙғарылған семинарҙа ҡатнашыу.

2014 йылдын 16-17 апрелендә  Новосибирск  ҡалаһында һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Хәҙерге китапхана - ижтимағи яңылыҡты таратыусы» тигән темаға халыҡ-ара мәктәбе ассистив хеҙмәт күрһәтә.  
Сара практик-танышыу семинары форматында үтәсәк.
 Унда беренсе йүнәлеш булып төҙөлөп барған хеҙмәтләндереү өлкәһе менән танышыу һәм һөҙөмтәле тәжрибә алыу тора. Ошо ниәттән һуңғы ун йыллыҡтағы регион-ара һәм халыҡ-ара инициативалары ҡараласаҡ.
Был сарала китапханаларҙың һәм мәҙәниәт ойошмаларының белгестәре ҡатнашасаҡ. Интернет аша алыҫтан тороу режимында  «Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында барьерһыҙ мәғлүмәт алыу ысулын һәм юлын булдырыу»  темалы доклад менән БРСБС директоры Айгөл Әминева  сығыш яһай.
 

Китапхана фондында яңы китаптар.

Книги изданные шрифтом Л.Брайля
"Говорящие книги"
Издан "Золотой курай"
Яҡын арала Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһы Санкт-Петербургтың «Чтение» нәшриәт-полиграфия ойошмаһынан ебәрелгән рельеф-нөктәле Л.Брайль шрифы менән баҫылған әҫәрҙәр менән тулыландырыласаҡ.
ООО ««Логосвос» Нәшриәт-полиграфия тифломәғлүмәт комплексы»нда сығарылған кассетала «һөйләшкән китаптар» килде.
Яҡын арала китаптар техник эшкәртеүҙе үтәсәк һәм китапхананың фондына инәсәк.
Китапханала башҡорт телендә Брайль шрифы менән З.М. Мурсиевтың «Алтын ҡурай» тигән йыйынтыгы баҫылды, унда балаларга арналған хикәйәләр һәм әкиәттәр индерелгән.
 

Михайлов китапханаһы АНДРОИДта

 
Катушкалы магнитофон, кассеталы магнитофон, тифлофлэплеер былар бөтәһелә һөйләй торған китаптар өсөн тыңлай торған техник саралар. Онлайн-китапхана AV3715.ru АНДРОИД операцион система өсөн яңы кушымта асты. Хөрмәтле китап уҡыусы, һеҙҙең өсөн ВОС радиоһында тура эфирҙың яҙмаһын тәҡдим итәм.

Список публикаций о БРСБС в 2014 году

 
  1. Аминева, А. Р. «Рассказать вам кино?» [Электронный ресурс] / А. Р. Аминева  // Культурный мир Башкортостана.- Режим доступа: http://kulturarb.ru/news/?ELEMENT_ID=38902, свободный.- Электрон. текстовые дан.- Загл. с экрана.- Об организации в стенах специальной библиотеки кинопросмотров с тифлокомментариями.- Дата доступа: 15.01.2014.
Undefined

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.