Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә.

К Международному дню слепых
Аҡ таяҡ айлығы сиктәрендә М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында саралар үтте. Төп китапханала "Мин йөрәгем менән күрәм" инклюзив программа уҙғарылды. Унда махсус китапхананың әүҙем ҡулланыусылары, "Дуҫтар тауышы", "Умырзая" вокал төркөмдәренең һәүәҫкәр артистары ҡатнашты. 

Улар башҡарыуында рус һәм башҡорт телдәрендә заманса йырҙар яңғыраны. 
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалы һуҡыр шағирә, йырҙар авторы Наталья Бачурина менән ижади осрашыу ойошторҙо. Китапхана ҡулланыусылары һәм ҡунаҡтары өсөн Наталья башҡарыуында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. 
Стәрлетамаҡ филиалы ҡулланыусылары өсөн виртуаль чатта билдәле француз шәфҡәтсеһе, педагог һәм новатор, тәүге тифлопедагогтарҙың береһе Валентин Гаюи тураһында әңгәмә алып барҙы. Ҡулланыусылар уның тормошо һәм ғилми эше менән танышты.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.