Новости

10.12.2020
Книжная выставка произведений Афанасия Фета
Махсус китапхана абонементы рус шағиры Афанасий Феттың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы "Һүҙ менән әйтә алмағанды йөрәк менән һөйлә" китап күргәҙмәһен аса. 
Рус шағир-лиригы, тәржемәсе, мемуарҙар яҙыусы, Петербург Ғилем Академияһы корреспондент ағзаһы Афанасий Афанасий улы Фет 1820 йылдың 23 ноябрендә Орлов губернияһы Мценск өйәҙе Новосёлки усадьбаһында донъяға килә. Бай помещик ғаиләһендә үҫә. 1835-1837 йылдарҙа Крюммер шәхси немец пансионында уҡый. Ошо ваҡытта ул шиғырҙар яҙа башлай һәм классик филология менән ҡыҙыҡһына. 1838 йылда Мәскәү университетына уҡырға инә. 
1840 йылда шағирҙың тәүге "Лирик пантеон" йыйынтығы донъя күрә. 
09.12.2020
Герои Башкортостана
Махсус китапханала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Башҡортостан геройҙары" ҡабарынҡы-график әсбап донъя күрҙе. 
Был баҫма Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан республикабыҙ геройҙарына дан йырлай. Мәғлүмәт тарихи-мәҙәни документаль материалдарға нигеҙләнә. 
Әсбапта осоусылар Петр Еремеев, Ғәли Ишмурзин, Муса Гәрәев, Ҡоддос Латыпов батырлыҡтары тураһында һөйләнелә.
Махсус һәм коррекцион мәктәп уҡыусыларына өҫтәлмә әҙәбиәт булып ҡулланылырға мөмкин.
09.12.2020
Издано пособие
 
Махсус китапхананың асылыуына 85 йыл тулыу айҡанлы "Еңеүҙәр. Уңыштар. Үҙгәрештәр" тигән яңы әсбап баҫылды. 
Әсбапта махсус китапхананың барлыҡҡа килеүе, төп йүнәлештәрҙә эшмәкәрлеге, филиадары, һуңғы йылдарҙағы еңеүҙәре тураһында һөйләнелә. 
Аҙ тиражлы баҫма техник эштәрҙән һуң китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.