Новости

17.02.2021
Күргәҙмә-викторина
 
Махсус китапхананың "Нур" ижад лабораторияһында рус яҙыусыһы Николай Лесковтың тыуыуына 190 йылға арналған күргәҙмә-викторина ойошторолдо. 
Лесков ябай халыҡтың тормошон яҡшы белгән кеше булараҡ, әҫәрҙәрен үткән быуат теленә бик еңел стилләштергән. Л. Н. Толстой Лесков тураһында "беҙҙең яҙыусылар араһында иң русы" тип әйткән. Ә А. П. Чехов һәм И. С. Тургенев уны үҙ остаздары тип һанаған.
 
17.02.2021
Книжная выставка произведений Сафуана Алибаева
 
Махсус китапхана абонементы башҡорт шағиры, балалар яҙыусыһы, журналист Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһен ойоштора. 
Сафуан Әфтәх улы 1941 йылдың 21 февралендә Салауат районы Тирмән ауылында тыуған. 1966 йылда БДУ-ны тамамлай. Республика гәзите һәм журналдары редакцияларында эшләй. 1995-1998 йылдарҙа Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры. 1998-2002 йй. - "Ағиҙел" журналының төп мөхәррире. 
Тәүге китабы - "Сағыу ҡояш - беҙҙең юлдаш" 1968 йылда баҫыла. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.