Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!
Ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ тормош башланмаҫ ине. Ғүмер буйына улар беҙҙең эргәлә: әсәй, һөйгән йәр, хәләл ефет. Ул беҙгә терәк-таяныс булып тора, иғтибарын, йыуанысын, ҡыуанысын бүләк итә.
Ҡатын-ҡыҙ ир-егетте бөйөк эштәргә илһамландыра. Ҡатын-ҡыҙҙар батшалығы – наҙлылыҡ, нескәлек, түҙемлек батшалығы.
Шуның өсөн дә һеҙгә ҙур рәхмәт.
Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән һеҙҙе! Байрам менән!
Мөхәббәт, һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.