Бушлай юридик ярҙам
2019 йылдың 29 ғинуарында, сәғәт 11:00 алып 15:00 тиклем, махсус китапханала “Башҡортостан Республика дәүләт юридик бюроһы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы белгестәре I һәм II төркөм инвалидтарына, инвалид балаларға, етем балаларға һәм башҡа граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтә.
Бушлай юридик ярҙам алыу өсөн киләһе документтар мотлаҡ булырға тейеш:
- Паспорт күсермәһе;
- Бушлай юридик ярҙам алырға хоҡуҡлы граждандар категорияһын билдәләгән документ күсермәһе.
272 70 14 телефоны буйынса алдан яҙылыу мөһим.