Бөтә Рәсәй китапханалар көнө менән!

С Общероссийским днем библиотек!
1995 йылдың 27 майында Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға ҡул ҡуйыла. Был указға ярашлы китапханалар көнө тип 27 май билдәләнә. Был дата Рәсәйҙә 1795 йылда бөтәһе лә керә алырлыҡ тәүге китапхана асылыу көнө булараҡ билдәле. Ул ваҡытта был китапхана Императорҙың асыҡ китапханаһы тип аталған булһа, бөгөн был китапхана Рәсәй милли китапханаһы исемен йөрөтә.
Китаптар донъяһы шундай мөғжизәле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналы, серле бер һандыҡ һымаҡ. Һәр бер яңы серен асҡан һайын, тағы ла нығыраҡ серлеләнә төшә, үҙенең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәренә әйҙәй. Был донъяға бер сумған кеше китаптан бүтән айырыла алмай. Шуғалырмы, китапхана иң ҙур байлыҡты һаҡлаусы бер мәҙәни һарай һымаҡ. Ә китапханасылар – уның серҙәренә төшөнгән һаҡсылары.
Китапханасы һѳнәре бик яуаплы, сѳнки ул халыҡ менән эшләй. Бѳгѳнгѳ кѳндә ул - педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та. Һеҙҙең кѳндәлек хеҙмәтегеҙ аша кешеләрҙең белеме арта һәм һаҡлана. Еңел булмаған, тәфсирлек талап иткән эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, китапханасылар! Ғаилә бәхете урап үтмәһен, артабан да китап уҡыусыларға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, өҙлөкһөҙ хеҙмәтегеҙҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс һәм уңыштар теләйбеҙ! Һеҙҙе һѳнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.