Новости

13.08.2014
«Тень Алангасара»
Удмурт республикаһының һуҡырҙар өсөн китапханаһының һорауы буйынса Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы «Кайрос» киностудияһының «Алангасарҙың күләгәһе» тигән фильмына тифлокомментарий эшләне. «Алангасарҙың күләгәһе» киноһы удмурт легендалары, мифтары, хикәйәттәре мотивы буйынса төшөрөлгән һәм 1994 йылда экранда күрһәтелгән.
29.07.2014
Салавату Низаметдинову посвящается
Бер йыл элек 2013 йылдың 29 июлендә Башҡортостан Республикаһының таныҡлы композиторы Салауат Низаметдинов 57 йәшендә генә вафат булды. Ижадының сәскә атҡан ваҡыты, әле генә үҙенең яңы операһын тамамлаған ине, ләкин ул китте, үҙе тураһында тик яҡты иҫтәлектәр һәм музыкаһын ғына ҡалдырҙы.
 
 
03.07.2014
Рекомендательно-библиографическое пособие
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Юрий Бондарев - һуғыш һәм иҫтәлек» тигән библиографик- тәҡдим итеү ҡулланмаһы сыҡты.
 
Юрий Бондарев рус әҙәбиәтенең классигы, уның әҫәрҙәре донъялағы 70-кә яҡын телгә тәржемә ителгән, СССР һәм Рәсәйҙә 4 йыйынтығы сыҡҡан, 130-ға яҡын әҫәре сит илдә баҫылған. Уның романдары буйынса төшөрөлгән фильмдарҙы бөтә донъя ҡараған- «Һуңғы залп», «Тынлыҡ», «Эҫе ҡар», «Батальондар ут һорай», «Яр», «Һайлау». Бондаревтың сценарие буйынса «Ҡотолоу» эпопеяһы төшөрөлгән.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.