Йәйҙән репортаж.

Йәйҙән репортаж.

Беҙҙең китапхана тәбиғәттең тропик мөйөшөнә экскурсия ойошторҙо.
Китапханасы Татьяна Резяпкина Ботаника институт-баҡсаһынан бына нимәләр еткерә.
Ҡыш. Һыуыҡ. Бөтә донъя ҡар менән ҡапланған. Әгәр ҙә йәй етеүен теләйһең икән, йылы яҡтарға билет алыуы ла кәрәкмәй. Ә Өфө ботаника баҡсаһына барыуың да етә.

Ишектәр асылыу менән, беҙ икенсе донъяға эләгәбеҙ. Уңдан да, һулдан да, йылға сылтырауы ишетелә. Ә инде яҡыныраҡ барһаң, балыҡтар һәм ташбаҡалар һанарға була.
Ә күпме сәскәләр! 150 ашыу фиалка төрө.
Хеҙмәткәрҙәр хатта банан ағасын ҡосаҡлап ҡарарға рөхсәт итәләр.
Беҙҙең уҡыусылар хәҙер инде тропик үҫемлектәрҙе яҡындан белә. Ә инде тропик донъяға тағы ла нығыраҡ сумыр өсөн китапханала китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Бында һәр кем үҙ һорауҙарына яуаптар табасаҡ.
Экскурсия өсөн Өфө ботаника институт-баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.