Новости

03.03.2024

Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә

Памяти Салавата Низаметдинова
3 март һуҡыр композитор Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 62 йыл тулды.  Бөтә ижади тормош юлы буйына ул беҙҙең иң әүҙем китап уҡыусыбыҙ булды. Классик әҫәрҙәрҙе бигерәк тә яратып уҡый ине ул. Балалары өсөн мәктәп программаһынан китаптар ала ине. Аҙаҡ, танылыу алғас, китапханала уға арналған төрлө кисәләр үтә башланы.
 
27.02.2024

"Тыуған Башҡортостанға тоғролоҡ һәм хеҙмәт итеү өлгөһө"

“Пример беззаветного служения и преданности родному Башкортостану”
Күренекле башҡорт совет һәм Рәсәй сатиригы һәм юморисы, шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм БССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Шәйнур улы Сәлимовҡа (Мар. Сәлим) 75 йәш.
22.02.2024

"Тыныслыҡ һәм юмор илсеһе" ижад кисәһе

Творческий вечер «Посол мира и юмора»
Махсус китапханала 27 февралдә яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимдең ижад кисәһе үтә. Кисә сатириктың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған.
Марсель Шәйнур улы Сәлимов - 1980-2010 йылдарҙа "Һәнәк" башҡорт сатирик журналының баш мөхәррире, 1992-2010 йылдарҙа рус телендә "Вилы" юмористик журналына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе баш мөхәррире, 1996-2006 йылдарҙа Башҡортостан журналистар Союзы рәйесе; 40-тан ашыу китап авторы. Яҙыусының әҫәрҙәре иллегә яҡын телгә тәржемә ителгән һәм Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең күп кенә баҫмаларында баҫылған. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.