Новости

15.10.2021
15 октября – Международный день "белой трости"
"Аҡ таяҡ" - күреү һәләтенән яҙған кешенең символы. Ул йәмғиәттең иғтибарын һуҡырҙарға һәм насар күреүселәргә ҡарата арттырыу, толерантлы мөнәсәбәттә булырға саҡыра. Был идея АҠШ-ТА 1960-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә. Донъя масштабында был көн 1970 йылдан алып билдәләнә. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте был көнгә 1987 йылда ҡушыла.
08.10.2021
Суверенитет көнө менән!
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителде, республиканың яңы Конституцияһын әҙерләнде, 1992 йылдың февралендә Башҡортостан Республикаһы тигән исем бирелде. 1992 йылдың 31 мартында Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселеге тарафынан Федератив килешеүгә, уға республика тарафынан индерелгән Ҡушымтаға ҡул ҡуйылыуы тарихи мөнәсәбәттәрҙе тағы нығытты. 1993 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһын ҡабул итеү ҙә үҙаллылығыбыҙҙың юғары кимәлен билдәләне. 
22.07.2021
Был датаны махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре онлайн режимда үткәрҙе. Китапханасылар ҡатнашыусыларҙы Ноғман Мусиндың тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙылар. 
Трансляция яҙмаһы киләһе һылтанма буйынса:

https://vk.com/id205296142?z=video205296142_456239200%2Fc995d38690e8d4e7...

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.