Назар Нәжми иҫтәлегенә

Памяти Назара Наджми
“Мәҙәни мозаика” циклы рамкаһында Назар Нәжминең 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнеп үтте.
Билдәле драматург, тәржемәсе, публицист, сағыу шәхес 1918 йылдың 5 февралендә, хәҙерге Дүртөйлө районы Миңиште ауылында донъяға килгән. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө металлургия рабфагында белем ала. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институна уҡырға инә, 3 курс уҡығандан һуң, фронтҡа алына.
Оҙаҡ йылдар “Әҙәби Башҡортостан” һәм “Ҡыҙыл Башҡортостан”гәзиттәрендә эшләй, “Һәнәк”сатира журналында редактор вазифаһын башҡара.
Назар Нәжмигә “Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры” почетлы исеме бирелгән.
Уның халыҡҡа лирик шиғырҙары бигерәк тә яҡын. Күптәренә Рим Хәсәнов, Заһир Исмәғилев һ.б. композиторҙар көй һалған. Драматургия өлкәһендә “Хуш, Хәйрүш”, “Яҙғы йыр”, “Саҡырылмаған ҡунаҡ”, “Минең дуҫым гармунсы”, “Егет егет булып ҡала”, “Күршеләрҙә ҡунаҡ”, “Ҡыңғыраулы көйәнтә” һ.б. әҫәрҙәре киң билдәле, сәхнәләрҙә ҡуйыла.
Назар ағай 1999 йылдың 6 сентябрендә арабыҙҙан китеп бара. Тыуған ерендә ерләйҙәр уны. Миңиште ауылында йорт-музей асылған.
Сарала “Ватаным”, “Башҡортостан”, “Мендем бейек Уралтау башына”, “Кешесә” шиғырҙары яңғыраны.
Махсус китапхана уҡыусыһы Роза Таһирова “Барыһы ла һуңлап килде миңә”, “Атайымды алып ҡайт” шиғырҙарын уҡыны.
Шулай уҡ, барыһы ла ныҡ яратҡан “Өфө йүкәләре”, “Ҡышҡы романс” йырҙарын тыңланылар.
Сарала Назар Нәжминең китаптары күргәҙмәһе булдырылды. Быйыл уның “Йыр тураһында баллада”һы Брайль шрифты менән махсус китапханала баҫтырылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.