Китапханалар берҙәмлеге

Китапханалар берҙәмлеге
Китапханаларҙың профессиональ хеҙмәттәшлек принциптарына нигеҙләнеп “Ростов өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһы” һәм Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһы бергәләшеп төрлө саралар уҙғаралар.
Ростов өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһы уҡыусыларына беҙҙең сайттың”Виртуаль уҡыйбыҙ” тип аталған тауышландырылған бите, бигерәк тә “”Бельские просторы” әҙәби журналының “Яҙыусы һәм шағирҙарҙың тауышы” рубрикаһы материалдары ныҡ оҡшаған. 
Китапхана (БРСБС) сайтының ошо контентына таянып Ростов өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһы сайтында ошолар туранан тура урынлаштырылған.
”Бельские просторы” әҙәби журналында төрлө ваҡытта баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәр яҙыусы авторҙарҙың үҙҙәре тарафынан һәм профессиональ артистар башҡарыуында тауышландырылып беҙҙең сайт биттәренә һәр кем файҙалана алырлыҡ рәүештә инде бер йылдан ашыу ҡуйылып килә.
Әҙәби әҫәрҙәрҙе популярләштереү Әҙәбиәт йылында ифрат та кәрәкле сара һәм был ысул китапты уҡыусыға еткереүҙең иң әһәмиәтле төрҙәренең береһе булып тора ла инде. 
Йәмғиәттең бер туҡтауһыҙ көсөргәнешле үҙгәреп алға барышы беҙҙе, белгестәрҙе, хәҙмәттәштәрҙең яңы алымдары, практик эштәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһынырға мәжбүр итә.
Был өлкәлә бигерәк тә Рәсәй һәм региондарҙың ваҡытлы матбуғат баҫмалары ярҙамға килә. Миҫалға, Ростов өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһы тарафынан нәшер ителгән “Донской тифловестник” альманахы инде бер нисә тапҡыр беҙҙең китапхананың эш тәжрибәһен баҫып сығарҙы. Ә 2015 йылда (2 һанда) тифловестникта беҙҙең китапханала киноларҙы тауышландырыу тәжрибәһе өлкәһендәге эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирелгән.
Хеҙмәттәшлектең төп маҡсаты булып, әлбиттә, махсуслаштырылған китапханалар тарафынан әһәмиәтле темаларға уҙғарылған вебинар сараларҙа ҡатнашыу тора.
Киләсәктә профессиональ хеҙмәттәшлекте төрлө яҡлап йәйелдереү күҙаллана.
Перевод Ф.Губайдуллиной
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.