Холокост ҡорбандары Халыҡ-ара иҫтәлек көнөнә.

К Международному дню памяти жертв Холокоста.
2022 йылдың 27 ғинуарында Ҡыҙыл Армия һалдаттары Освенцим концлагеры тотҡондарын азат итеүгә 77 йыл тула. Тап 27 ғинуар йыл һайын Холокост  ҡорбандары Халыҡ-ара иҫтәлек көнө билдәләнә. Холокост ХХ быуаттың иң билдәле фажиғәләренең береһе. Ул тулы бер милләттәргә ут асырға маташыу: ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, 11 миллион ҡорбан. Шуларҙың 6 миллионы еврейҙар.
Холокост грек телендә "ут менән үлтереү" тигәнде аңлата. Холокост - газ камералары, балаларҙы, ҡарттарҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы яндырған крематорийҙар "синонимы". Холокост 6 миллион кешенең ғүмерен алып китте. Холокост донъяһы әле лә йәшәй. Көн һайын донъяла нацист төркөмдәр барлыҡҡа килә. Холокост фажиғәһе еврейҙар тарихы ғына түгел, ул бөтә донъя тарихы. Фашистар тарафынан Польша оккупацияланғандан һуң, бөтә еврейҙарға ла, шул иҫәптән 6 йәше тулған балаларға ла, Давидтың алты осло йондоҙо төшөрөлгән һары таҫма тағып йөрөргә ҡушалар. Әгәр ҙә таҫма булмаһа, еврейҙарҙы шул урында уҡ үлтереп киткәндәр. Еврейҙарҙы үҙенсәлекле райондарға - геттоға күсергәндәр. Бигерәк тә балаларға ауыр була. Улар, ололар менән бер рәттән, тәүлегенә 14-16 сәғәт эшләгәндәр. Полицайҙар медҡарау сәбәбе менән балаларҙы йыйғандар һәм немец госпиталдәренә тапшырғандар. Һәм уларҙың ҡанын, бит тиреләрен алып, яралыларға һәм яндырылғандарға тапшырғандар. Европа территорияһында Холокост синонимдары булып Освенцим, Треблинка, Майданек, Саласпилс үлем лагерҙары исемдәре тора. Быны оноторға мөмкин түгел.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.