Новости

11.01.2024
Книжная выставка «Гайдар и его команда»
Махсус китапхана абонементы ҡунаҡтары һәм уҡыусылары иғтибарына «Гайдар һәм уның командаһы» китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Экспозиция рус совет балалар яҙыусыһы, сценарист һәм прозаик, журналист, хәрби хәбәрсе Аркадий Гайдарҙың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған.
Аркадий Гайдар исемен Советтар иленең бөтә балалары һәм үҫмерҙәре белә. Хәҙер ҙә уның әҫәрҙәрен йәш быуын вәкилдәре ҡыҙыҡһынып уҡый. Әммә Гайдар балалар өсөн китаптар яҙыу менән генә дан ҡаҙана алмай. Был кеше ике һуғышта ҡатнашыусы, киносценарист, шулай уҡ хәрби хәбәрсе. Граждандар һуғышының ҡот осҡос хәлдәрен кисергәндән һуң, ул бер көн беҙҙең матур илдә бәхетле тормош башланыр тип хыяллана. 
09.01.2024
Книжная выставка «Семья – основа жизни»
Ғаиләгә, уның йолалары һәм ҡиммәттәренә күберәк иғтибар булдырыу маҡсатында сығып, Рәсәй президенты В. В. Путин 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итте. Тап ғаилә йәмғиәт ячейкаһы булып тора. Унһыҙ социаль бәйләнештәр, кешелек цивилизацияһы булмаҫ ине. Дөрөҫ ғаилә тәрбиәһе физик һәм психик яҡтан һау шәхес үҫтерергә мөмкинлек бирә. Киләсәктә бындай кеше үҙ иленең ысын патриоты була ала. 
08.01.2024
Новогодний календарь
 
Махсус китапхананың хөрмәтле уҡыусылары! Яңы йыл байрамы көндәрендә һеҙгә сайтта, социаль селтәрҙәрҙә, китапханала үтәсәк саралар тәҡдим итәбеҙ. 
30.12.2023 
Башопера тәҡдим итә. Жорж Бизеның "Кармен" операһы махсус китапхана сайтында. 
31.12.2023 
"Мөғжизәгә ышанайыҡ" яңы йыл калейдоскобы (социаль селтәрҙәр). 
31.12.2023 
Махсус китапхана сайтында Н. Римский-Корсаковтың "Садко" операһы. 
01.01.2024

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.