Новости

08.08.2018
«Шаги инклюзии» — интернет-голосование.
13 июлдән 13 августҡа тиклем, махсус китапхана социаль селтәрҙәрендә, сайтында тәҡдим ителгән проекттар буйынса әңгәмәләшеү, тауыш биреү
ойошторола.
Әлеге мәлдә конкурста 16 проект ҡатнаша. Һеҙҙең баһаламалар ҡатнашыусыларға проекттарын тағы ла камиллаштырырға ярҙам итә.

 

03.08.2018
Махсус китапхана абонементы “Иҫтәлеккә автограф” китап күргәҙмәһен асты. Күргәҙмәлә төрлө әҙиптәрҙең автографлы китаптары тәҡдим ителә. Шулар араһында М. Кәрим, Ҡ. Аралбай, И. Кинйәбулатов, Р. Тойғон, Р. Солтангәрәева, Мар.Сәлим, К. Йыһаншин, А. Баймөхәмәтов кеүек билдәле яҙыусы-шағирҙарҙың автографлы китаптары бар.
31.07.2018
К Международному дню дружбы
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында, Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнөнә бағышлап, “Берҙәм татыу ғаилә” акцияһы үткәрелде.
Акцияла беҙҙең кескәй ҡулланыусыларыбыҙ һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
 
24.07.2018
Подготовлены к изданию указатели
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Аҡылым менән күрәм, хистәрем менән ишетәм” һәм “Сиктәрһеҙ кино: тифлокомментарийлы “Башҡортостан” киностудияһы фильмдары” библиографик белешмәләр әҙерләнде.
 
23.07.2018
Проводится конкурс
Башҡортостан республикаһында Ғаилә йылы иғлан итеү сәбәпле, һаулығы сикле балалар һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләгән
муниципаль китапханалар, ижади берләшмәләр һәм йәмғиәт ойошмалары ярҙамында, һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика
махсус китапханаһы һәм БР-ҙың мәҙәниәт министрлығы тарафынан инвалид балалар араһында “Беҙ талантлы” ижади конкурсы үткәрелә.
Конкурстың маҡсаты – һаулығы сикле балаларҙы китап уҡыуғы ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу.
 
17.07.2018
Книга Владимира Васкевича "Путешествие без границ"
Свердлов өлкә китапханаһы һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһына бүләккә Владимир Васкевичтың “Сиктәрһеҙ сәйәхәт” китабын ебәрҙе. 
 
11.07.2018
В рамках сотрудничества
№17-1-009283 РФ Президенты Гранты рамкаһында Крымдағы “Ҡарлуғас ояһы”, Өфө ҡалаһының тәүге собор мәсете, Коломенское музей-заповеднигындағы сиркәү макеттары яһалды. Макеттар аудиояҙма менән оҙатылып бара. Тексттар махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында
башҡарылды. Кирилл Кирсанов һәм Ирина Никольскаяға оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
09.07.2018
Вести из филиалов. Стерлитамак.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө быйыл унынсы тапҡыр үткәрелә. Ошо дата айҡанлы махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ – ике ҡанат” тип аталған сара ойошторҙо.
 
09.07.2018
Ирек Киньябулатов "Люди, к вам я тороплюсь..."
Башҡорт яҙыусыһы Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы махсус китапхана абонементы “Кешеләр, мин һеҙгә ашығам...” китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.

 
 
06.07.2018
Ко Дню семьи, любви и верности
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә бағышлап, махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре “Бала күңелле тылсымлы әкиәтсе” әҙәби кисәһен үткәрҙе.
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, художник-иллюстратор, балалар яҙыусыһы Владимир Сутеевтың әкиәттәрендә күп быуын тәрбиәләнде һәм тәрбиәләнә.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.